Венера 
НИҒМӘТУЛЛИНА
Башҡортостан

Башҡортостан! Ниндәй илаһи һүҙ!
Һиндә тыуғаныма ҡыуанам!
Хозур тәбиғәтле был төбәктә,
Ниндәй генә йырҙар тыумаған!
Ата-бабалар ҙа ошо ерҙә,
Аҫабалы булып йәшәгән!
Төрлө яуға күтәрелгән халҡым, 
Дошмандарҙан ҡурҡа белмәгән!
Башҡортостан! Ғорурлығым арта, 
Тарих төпкөлөнә ҡараһам...
Тыуған ерҙе яуызлыҡтан һаҡлап
Улдарыңды яуға оҙатҡан..
Һинең батыр улдарыңа тиңле,
Рәсәйҙә һис яугир булмаған.
Илем, ерем тигән батырҙарың,
Көс ғәйрәте менән алдырған!
Иң беренсе булып Рәсәйҙә,
Автономияһын булдырған!
Башҡортостан һинең ҡырҙарыңды,
Төрлө халыҡ яҡын, үҙ итә...
Нисә быуат иңгә-иңде ҡуйып,
Бер ғаиләләй татыу көн итә!
Башҡортостан! Ғорурлығым арта..
Һинең кескәй ҡыҙың булғанға!
Башҡортостан! Ғорурлығым арта..
Үҙ телемдә белем алғанға..!