Сәриә
ВАХИТОВА
ВАХИТОВА
ТУҒАНЛЫҠТЫ ҺАҠЛАП ЙӘШӘЙЕКСЕ
Бер нигеҙҙә тыуып үҫкәнбеҙ беҙ.
Емеше беҙ бер үк ағастың.
Терәк булып үҫтек бер-беребеҙгә
Аяҙ күгендә бала саҡтың.
Ҡушымта:
Бер туғанбыҙ, бер әсәнән тыуған,
Тамырҙарҙа аға бер үк ҡан.
Арта бары йәндә йәшәү көсө
Беҙ бергә, берҙәм булғанлыҡтан.
Берҙәмлектән айырмаһын яҙмыш:
Туған туғанына һыйына.
Туғанлыҡты һаҡлап йәшәйексе,
Терәк булып ғүмер юлында.
Яҡын итеп, бер-беребеҙҙе аңлап,
Хөрмәт итеп туған туғанын.
Ҡайғы-шатлыктарҙы уртаҡлашып
Үтәйексе ғүмер юлдарын.
ҺИН ЫШАНМА
Аҙымдарым осҡан коштай -
Барам һиңә.
Бәхетемдең асҡыстарын
Табам һиндә.
Аҙашмабыҙ, булған саҡта
Ҡулдар ҡулда,
Киртәләрҙе еңербеҙ беҙ
Барыр юлда.
Ҡушымта:
Әгәр һиңә, "кит", тиһәм дә,
Һин ышанма.
Тел әйтһә лә, йөрәк әйтмәҫ,
Һөйөү барҙа.
Йөрәгемдә һиңә булған
Һөйөү ята.
Һиңә булған саф хистәрем
Сәскә ата.
Ышыҡлайһың дауылдарҙан -
Һин бит терәк.
Ғүмер буйы "йәнем", тиеп,
Тибер йөрәк.
Йөрәгебеҙ тибештәре
Гел бер булһын,
Минең һүнмәҫ ҡояшым һин
Һәм тормошом.
Ҡояш нуры кеүек ҡайнар
Һөйөү нуры,
Тибрәттеләр ошо нурҙар
Күңел ҡылын.
Күҙҙәремдә мөхәббәттән
Гел нур ғына.
Йөрәгемдән, күңелемдән
Йыр урғыла.
АҒИҘЕЛКӘЙ
Күпме айҙар, йылдар үтһә лә,
Һис онотмай башҡорт балаһы:
Ағиҙелкәй беҙҙең күңелдәрҙә,
Беҙҙең йырҙа мәңге ҡалаһы.
Ҡушымта:
Ағизелкәй аға тын ғына,
Йырсы ҡоштар талдарға ҡуна.
Бала саҡтың яҡты нуры булып,
Күңелдәргә ҡыуаныс тула.
Тәбиғәттең нурлы мөғжизәһе,
Ғорурлығы башҡорт иленең,
Ҡалһын ине сафлыҡ-аҡлыҡтары -
Даны булып тыуған еремдең.
Аҡҡан һыуҙай ғүмер тиз уҙа,
Яңы быуын килер был ярға.
Матурлығын данлап тыуған яҡтың,
Ҡушылырҙар моңло был йырға.
Бер нигеҙҙә тыуып үҫкәнбеҙ беҙ.
Емеше беҙ бер үк ағастың.
Терәк булып үҫтек бер-беребеҙгә
Аяҙ күгендә бала саҡтың.
Ҡушымта:
Бер туғанбыҙ, бер әсәнән тыуған,
Тамырҙарҙа аға бер үк ҡан.
Арта бары йәндә йәшәү көсө
Беҙ бергә, берҙәм булғанлыҡтан.
Берҙәмлектән айырмаһын яҙмыш:
Туған туғанына һыйына.
Туғанлыҡты һаҡлап йәшәйексе,
Терәк булып ғүмер юлында.
Яҡын итеп, бер-беребеҙҙе аңлап,
Хөрмәт итеп туған туғанын.
Ҡайғы-шатлыктарҙы уртаҡлашып
Үтәйексе ғүмер юлдарын.
ҺИН ЫШАНМА
Аҙымдарым осҡан коштай -
Барам һиңә.
Бәхетемдең асҡыстарын
Табам һиндә.
Аҙашмабыҙ, булған саҡта
Ҡулдар ҡулда,
Киртәләрҙе еңербеҙ беҙ
Барыр юлда.
Ҡушымта:
Әгәр һиңә, "кит", тиһәм дә,
Һин ышанма.
Тел әйтһә лә, йөрәк әйтмәҫ,
Һөйөү барҙа.
Йөрәгемдә һиңә булған
Һөйөү ята.
Һиңә булған саф хистәрем
Сәскә ата.
Ышыҡлайһың дауылдарҙан -
Һин бит терәк.
Ғүмер буйы "йәнем", тиеп,
Тибер йөрәк.
Йөрәгебеҙ тибештәре
Гел бер булһын,
Минең һүнмәҫ ҡояшым һин
Һәм тормошом.
Ҡояш нуры кеүек ҡайнар
Һөйөү нуры,
Тибрәттеләр ошо нурҙар
Күңел ҡылын.
Күҙҙәремдә мөхәббәттән
Гел нур ғына.
Йөрәгемдән, күңелемдән
Йыр урғыла.
АҒИҘЕЛКӘЙ
Күпме айҙар, йылдар үтһә лә,
Һис онотмай башҡорт балаһы:
Ағиҙелкәй беҙҙең күңелдәрҙә,
Беҙҙең йырҙа мәңге ҡалаһы.
Ҡушымта:
Ағизелкәй аға тын ғына,
Йырсы ҡоштар талдарға ҡуна.
Бала саҡтың яҡты нуры булып,
Күңелдәргә ҡыуаныс тула.
Тәбиғәттең нурлы мөғжизәһе,
Ғорурлығы башҡорт иленең,
Ҡалһын ине сафлыҡ-аҡлыҡтары -
Даны булып тыуған еремдең.
Аҡҡан һыуҙай ғүмер тиз уҙа,
Яңы быуын килер был ярға.
Матурлығын данлап тыуған яҡтың,
Ҡушылырҙар моңло был йырға.