Рәмзиә 
АБСӘЛӘМОВА
АУЫЛЫМА ҠАЙТТЫМ

Ауылыма ҡайтып киләм,
Талпынып, осоп ҡына,
Ҡаршы ала тыуған йортом
Ауыл осонда ғына.

Атламайым, осам ғына,
Тыуған йорт усағына,
Һағынып көтөп алған
Туғандар ҡосағына.

Танырлыҡ та түгел ауыл
Яңырған урамдары,
Ауылҡайым, улдарыңдың
Алтын икән ҡулдары!

Дәртле ҡатын-ҡыҙҙары!
Алтын ҡуллы улдары!
Һоҡландырып донъя көтә
Ауылым уңғандары!

Бөгөн ауылыма ҡайтып
Урамдарҙы буйланым,
Әйтерһең дә, йәшлегемә
Ҡабат ҡайтып ураным...

Үҙгәреп китһә лә, ауыл,
Ауылдаштар ят түгел,
Туғандарҙай яҡын миңә,
Тартыла һеҙгә күңел!

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Әхирәттәр, һабаҡташтар!
Ауылда оло байрам,
Тәбрикләйем, яҡташтар!


КӨҘ

Берсә моңһоу, берсә сағыу
төҫ ала урман-ҡырҙар,
Һүрелер ҙә көҙгө ҡояш,
яуыр ҡарлы ямғырҙар...

Тәбиғәттең алтын көҙгә
тик яңы кергән мәле,
Аҡ ҡайындың әкрен генә
Тәңкәләр ҡойған мәле.

Ер өҫтөнә аҫыл балаҫ
Йәйелгәндәй күренә,
Алтын тәңкәләр һибелә
Алтынға тиң еремә.

Көҙҙөң сағыу буяуҙары
Еремде нурландыра,
Һалҡындары көйөндөрә,
Уңышы һөйөндөрә.

ӘСӘЙ-ҠОЯШ
Иркәләнә ерем ҡояш нурҙарына,
Йылынабыҙ беҙ ҙә әсәй яндарында,
Онотмайыҡ әле, онотмайыҡ,
Йәннәт -әсәләрҙең аяҡ аҫтарында.

Балалары өсөн өҙөлөп йәшәйҙәр
Мәңгелек түгел шулерҙә әсәйҙәр...
Яндарына бик йыш ҡайта алмағанға
Үкенһәм дә, беләм, хәҙер һуң инде...

Балаҡайым , тиеп, ҡосағына алып,
Иркәләтеп-һөйөр кешем юҡ инде...
Изгеләрҙән изге беҙҙең әсәләр,
Үпкәләмәй улар,гел кисерәләр...

Тик бер йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы
Күңел боҙҙарын да һәр саҡ иретерлек,
Әсәйҙәрҙән башҡа кем бар һуң донъяла
Бәхетлеләрҙән дә бәхетле итерлек?

Әсәләр һөйөүе һүнмәй, һүрелмәй,
Әсәй-гүйә ҡояш,
наҙлай, иркәләй…