БАШҠОРТ ЙӘИҺӘ ТАТАР ТЕЛДӘРЕНДӘ ЯҘЫУСЫБАШЛАП ШАҒИР-ЙЫР АВТОРҘАРЫ КОНКУРСЫ
Беҙҙең конкурсанттар шиғырҙары
менән танышығыз
менән танышығыз
Конкурс тураһында
“Аҡ күгәрсен” – ике тыуғандаш
телдә, башҡорт һәм татар
телдәрендә ижад итеүсе йыр
авторҙары өсөн конкурс.
Башҡортса ул – “Аҡ күгәрсен”,
татарса “Ак күгәрчен” тип атала
һәм 1960 йылдарҙан башлап,
йырҙарын Башҡортостандың
һәм Татарстандың күренекле йырсылары башҡарған шағир
Расих Ханнанов иҫтәлегенә
арнала.
Конкурс 2021 йылдың
28 октябрендә шағир тыуыуына

90 йыл тулған көндә старт алды.
Ул йырға һалырға мөмкин булған шиғырҙарға арнала. Конкурста,
ниндәй йәштә булыуына, ниндәй
төйәктә һәм илдә йәшәүенә
ҡарамаҫтан, теләге булған һәр
йәш автор ҡатнаша ала. Әҙәбиәт белгестәре, Башҡортостан һәм Татарстандың легендар
башҡарыусылары составындағы
жюри иң яҡшы шиғырҙарҙы билдәләйәсәк. Авторҙары өсөн
ғәҙәти булмаған бүләктәр
ҡаралған.

Проект Мәҙәни
башланғыстарҙың Президент
фонды ярҙамы менән бойомға ашырыла. Был конкурсты
ойоштороу идеяһы менән Башҡортостандың
Ҡырмыҫҡалы районы – Расих Ханнановтың кесе ватаны сыҡты.
Әлеге башланғысты күп һанлы башҡарыусылар, шул иҫәптән
йырсы Алһыу ҙа хупланы.
Ул шағир шиғырына яҙылған
“Атай” йырын беренсе тапҡыр
татар телендә башҡарҙы.

Жюри
Әлибаев Зәки Арыҫлан улы – Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге рәйесе
Сәлимов Марсель Шәйнур улы – Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы
Латфуллина Ландыш Ғиниәт ҡыҙы – филология фәндәре кандидаты, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты доценты
Ханнанова Гөлсәсәк Расих ҡыҙы – Башҡортостандың Атҡаҙанған матбуғат һәм киң күләм мәғлүмәт хеҙмәткәре
Әхмәҙуллина Ләйсән Йәҙһәр ҡыҙы – филология фәндәре кандидаты, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы

Вәлиәхмәтов
Фән Ғауис улы
Фән Ғауис улы
Ибраһимов
Ренат Ислам улы
Ғазиев
Иҙрис Мөҙәрис улы
Иҙрис Мөҙәрис улы
Ҡаҙирова
Нәзифә Йәүдәт ҡыҙы
Нәзифә Йәүдәт ҡыҙы
Хәбибуллина
Роза Йәфәр ҡыҙы
Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы
Татарстандың атҡаҙанған артисы, М. Ломоносов исемендәге премия лауреаты
БАССРҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
РСФСРҙың халыҡ артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы
Нисек
ҡатнашырға
ҡатнашырға
Конкурс тураһында
Нигеҙләмә менән
танышырға
Нигеҙләмә менән
танышырға
Ҡатнашыу
тураһында анкета
тултырырға
тураһында анкета
тултырырға
Конкурс
эшен
ебәрергә
эшен
ебәрергә
Конкурс эштәрен hannan@rambler.ru электрон адресына йәиһә ҡағыҙ төрҙә “Аҡ күгәрсен” конкурсына”
тигән тамға менән 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34, Башҡортостан Республикаһы
Яҙыусылар берлегенә ебәрергә кәрәк.
Конкурсҡа йырҙар йәиһә башҡа музыкаль әҫәрҙәр өсөн профессиональ текстар булараҡ яраҡлаштырылған башҡорт йәиһә татар телдәрендәге шиғри әҫәрҙәр ҡабул ителә.
Һәр автор А4 форматындағы 20 биткә тиклем күләмле шиғри эштәр тәҡдим итә ала. Конкурс эштәре MS Word форматында тапшырыла, шрифт үлсәме – 14.
Еңүселәрҙең исемлеге һәм иң яҡшы эштәр конкурстың мәғлүмәти партнерҙары булған киң күләм мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ конкурсҡа ебәрелгән иң яҡшы эштәрҙең электрон йәки баҫма йыйынтығы
рәүешендә баҫыласаҡ.
Конкурстың беренсе еңеүсеһенә махсус бүләк сифатында Мәскәүҙең А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында оҫталыҡ дәресен бушлай уҙыу мөмкинлеге биреләсәк.
Конкурстың Гран-при эйәһе махсус бүләккә лайыҡ буласаҡ. Студияла жюри ағзаһы, профессиональ башҡарыусыларҙың береһе менән берлектә уның шиғирҙарына яҙылған яңы йырҙы яҙҙырыу буласаҡ.

19 май,
2022 йыл
2022 йыл
31 май,
2022 йыл
2022 йыл
конкурсҡа эштәрҙе
ебәреүҙең һуңғы көнө
ебәреүҙең һуңғы көнө
Еңүселәрҙе бүләкләү тантанаһы
Расих
Ханнанов
тураһында
Ханнанов
тураһында
Расих Нурғәле улы Ханнанов – Башҡорт АССРының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры,
Татарстан Мәҙәниәт министрлығының “Мәҙәниәткә индергән өлөшө өсөн” маҡтау билдәһе эйәһе.
Ул “һуғыш осоро балалары” быуынына ҡарай: 1931 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған, һуғыш осороноң барлыҡ ауырлыҡтарын кисергән, йәшләй атаһын юғалтҡан, өлкәндәргә ярҙам итеп, “Фронт өсөн, еңеү өсөн” девизы аҫтында колхозда эшләгән. Ватанпәрүәрлек һәм төрлө милләт кешеләренең үҙ-ара ярҙамлашып йәшәү рәүешенә ул ғүмер буйы тоғоро ҡалды. Ижад юлын район гәзитендә башлап, ул бик тиҙ абруйлы журналисҡа әүерелә, Өфөгә, “Ҡыҙыл таң” гәзитенә эшкә саҡырыла, бында 40 йылда әҙәби хеҙмәткәрҙән баш мөхәррир вазифаһына тиклем юл үтә. Расих Ханнанов әҙәбиәткә 1950 йылдарҙа килә, проза, поэзия, пьесалар яҙа.

Уның 30 китабы, компакт-дисктары, аудиокитаптары донъя күрҙе.
Уның пьесалары буйынса спектаклдәр К. Тинчурин исемендәге драма һәм комедия театры, Сибай драма театры, Мәскәү, Үҙбәкстан, Ҡазаҡстан халыҡ театрҙарында сәхнәгә ҡуйыла.
Уның яратҡан жанры – робағиҙар,
ул – меңдән артыҡ фәлсәфи дүрт юллыҡтар авторы. Популяр “Туган тел” телеканалы уның шиғырҙарына “шиғри паузалар” циклын ижад итте. Улар эфирҙа һәр ике сәғәт һайын күрһәтелә.
Башҡорт һәм татар телдәрендә яҙған йырҙары шағирғә ҙур танылыу алып килә. Башҡортостандың иң яҡшы композиторҙары Рим Хәсәнов,
Тәлғат Шәрипов, Данил Хәсәншин
һәм башҡалар тарафынан уның шиғырҙарына 200ҙән артыҡ йыр яҙыла. Уларҙы Башҡортостан һәм Татарстандың легендар йырсылары Илфаҡ Смаков, Хәйҙәр Бигичев, Иҙрис Ғазиев, Зәки Мәхмүтов,
Радик Гәрәев, Ғәли Хәмзин,

Нәзифә Ҡаҙирова башҡарҙы.
Был йырҙар конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яуланы: мәҫәлән,
“Күр әле бер генә” йыры Швецияла уҙған Халыҡ-ара конкурста
Гран-приға лайыҡ булды, “Яңғыз аҡ ҡош күлдәрҙә” Татарстанда “Йыл йыры” тип танылды.
Алһыу Сафина “Атай” йырын Ҡазандың 1000 йыллығы уңайынан ойошторолған тантаналарҙа башҡарҙы. “Минең Өфөм – Урал ынйыһы” йыры өсөн шағир Өфөлә “Башҡала ҡаҙанышы” премияһына лайыҡ булды.
Расих Ханнанов йәш журналистар
һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙең тулы
бер быуынын тәрбиәләне, уларға уҡыусы һәм тыңлаусы менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыуҙа һәр ваҡыт ярҙам итергә омтолдо.
Шуға күрә “Аҡ күгәрсен” конкурсын уның иҫтәлегенә арнау тураһында ҡарар ҡабул ителде. 2020 йылда вафатына ҡәҙәр һуңғы яҙылған йыры “Аҡ күгәрсен” тип аталғанлыҡтан, конкурс шулай тип исемләнде.

Беҙҙең менән бәйләнешкә керегеҙ
Спасибо! Мы скоро Вам ответим.