Нәжибә
ФӘЙЗУЛЛИНА
ФӘЙЗУЛЛИНА
БАЛАМ ӨСӨН
Балам өсөн хәсрәт-көйөүҙәрем
Тере килеш янып үлерҙәй.
Яратыуым, һөйөүҙәрем сикһеҙ,
Бизмәндәр юҡ уны үлсәрҙәй.
Балам өсөн көнөм- төн ҡараһы,
Хафаларға ҡалған мәлендә.
Салт ҡояштай нурлы янһа йөҙө,
Тау аҡтарыр хәлдә, йәнем дә.
Балам өсөн ауырырға әҙер,
Бүлмәй биреп һуңғы ризығым.
Ғүмер буйы ташламаһын бары,
Балам өсөн тик ризалығым.
КӨҘГӨ КЕЛӘМ
Оса япраҡ, елә япраҡ,
Елдәр уйната елеп.
Ҡыштыр-ҡыштыр уралалар,
Аяҡ аҫтына килеп.
Ҡушымта.
Бар тирә-яҡҡа түшәлгән,
Көҙҙөң төҫлө келәме.
Аңлайышһыҙ һағыш ҡатыш,
Ошо ваҡыттың йәме.
Оса ваҡыт, елә ваҡыт,
Ғүмерҙәр көҙгә бара.
Өҙөлгән япраҡ шикелле,
Көндәр үткәндә ҡала.
Йылдар үҙ келәмен туҡый,
Көндәрҙе теҙеп һала.
Сағыумы ул, әллә бәҫһеҙ –
Үткәндән төҫтәр ала.
Моңһоу ҡатыш матурлыҡҡа
Күңелдең әсир сағы.
Ғүмер көҙөндә лә арбай,
Һүнмәй өмөт усағы.
Төҫлө келәм тирә-яғым,
Көҙ миҙгеле юлында.
Тик һары келәм ҡалмаһын,
Үткән ғүмер юлымда.
Балам өсөн хәсрәт-көйөүҙәрем
Тере килеш янып үлерҙәй.
Яратыуым, һөйөүҙәрем сикһеҙ,
Бизмәндәр юҡ уны үлсәрҙәй.
Балам өсөн көнөм- төн ҡараһы,
Хафаларға ҡалған мәлендә.
Салт ҡояштай нурлы янһа йөҙө,
Тау аҡтарыр хәлдә, йәнем дә.
Балам өсөн ауырырға әҙер,
Бүлмәй биреп һуңғы ризығым.
Ғүмер буйы ташламаһын бары,
Балам өсөн тик ризалығым.
КӨҘГӨ КЕЛӘМ
Оса япраҡ, елә япраҡ,
Елдәр уйната елеп.
Ҡыштыр-ҡыштыр уралалар,
Аяҡ аҫтына килеп.
Ҡушымта.
Бар тирә-яҡҡа түшәлгән,
Көҙҙөң төҫлө келәме.
Аңлайышһыҙ һағыш ҡатыш,
Ошо ваҡыттың йәме.
Оса ваҡыт, елә ваҡыт,
Ғүмерҙәр көҙгә бара.
Өҙөлгән япраҡ шикелле,
Көндәр үткәндә ҡала.
Йылдар үҙ келәмен туҡый,
Көндәрҙе теҙеп һала.
Сағыумы ул, әллә бәҫһеҙ –
Үткәндән төҫтәр ала.
Моңһоу ҡатыш матурлыҡҡа
Күңелдең әсир сағы.
Ғүмер көҙөндә лә арбай,
Һүнмәй өмөт усағы.
Төҫлө келәм тирә-яғым,
Көҙ миҙгеле юлында.
Тик һары келәм ҡалмаһын,
Үткән ғүмер юлымда.