​Мәликә 
МОРТАЗИНА
ӘСӘ МЕНӘН ҠЫҘ ӘЙТЕШЕ

Әсә:
Биҙәк һалған тәүге бәйләмеңде,
Төҫһөҙләнһә, ҡыҙым, ташлама.
Йөрәк йылың биреп, үҙең йыйған
Биҙәктәрҙән донъя башлана.

Оло юлға сыҡҡан мәлдә, ҡыҙым,
Фатихаһыҙ алыҫ китмәйҙәр.
Әсә һүҙен аҡыл менән аңлап,
Йәшәүҙәргә бер ни етмәйҙер.

Ҡыҙ:
Бөҙрәләнгән сәстәремде наҙлап,
Әсәм ҡулы һыйпай һәр иртә.
Күҙ ҡарашы менән иркәләтеп,
Моң бишеккәйендә бәүетә.

Әсәкәйем, һинең һәр бер һүҙең
Йөрәк түрҙәремдә һаҡлана.
Тыуған мәлдән, тәпәй нығытыуҙар
Әсәй йырҙарынан башлана.

Бергә:
Әсәй, бала, бала тигән һайын,
Бала һаман далаға ҡарай.
Әсәйҙәрҙең йылы теләктәре
Изге доға булып яңғырай. 
ҺӨЙӨҮЛЕ ИРТӘ


Монар ҡоласынан ысҡыналмай,
Бөгөнгө таң оҙаҡ туланы.
Ышыҡ ҡына эҙләп һыйынғайны,
Онотолоп аһәң һуланы.

Ә тегеһе шуны ғына көткән -
Таралды ла китте ихласлап.
Һәр ағасты, һәр япраҡты үбеп,
Толомдарын һыйпай ҡуш услап.

Һоҡландырғыс моңға сорнап ерҙе,
Мөхәббәтле миҙгел иркәләй.
Ғүмеркәйҙәр ынйы ҡашлы булһын,
Һөйөү генә тулы иртәләй.

ҠОШ ЮЛЫНАН ЕЛӘМ ЯНЫҢА


Бәғер өтөп күҙ ҡыҫышҡан була –
Төнгө күктә йондоҙ парады.
Атылырға әҙерләнгән һымаҡ,
Анау йондоҙ миңә ҡараны!

Ә былары – уйнап күҙен ҡыҫа,
Етегәне әллә шул микән?
Сүмес тулы йәнле ынйыларын
Йыһан киңлегенә һирпелткән?..

Һирпелткән дә, иҫ-аңынан яҙып,
Һоҡланғандыр үҙе кинәнеп.
Зөһрә ҡалҡҡас, Ҡош юлынан ғына
Ҡайтып киткән тиҙәр, тиҙләнеп.

Мин дә шулай, хыялымда ғына
Ҡош юлынан еләм яныңа.
Устарыма алған ынйыларҙы
Йондоҙ итер өсөн таңыңа.