Люция
ИШБУЛАТОВА
ИШБУЛАТОВА
СЕРҘӘРЕМДЕ БИКЛӘНЕМ
Серҙәш, тиеп серҙәремде
Һөйләгән инем һиңә,
Ә һин йөрәк серҙәремде
Һипкәнһең икән елгә...
Һип елдәргә, тип һис тә
Әйтмәгән инем һиңә.
Һыя алмаған икән шул
Серҙәрем йөрәгеңә.
Белһәм елгә һибереңде,
Һөйләр инем тик елгә.
Елдәр һинән тоғ(о)рораҡ
Булырҙар ине миңә.
Хәҙер елдәрҙән сүпләйем
Йөрәккәйем серҙәрен.
Бынан кире серҙәремде
Йоҙаҡлайым, бикләйем.
ТӨН
Төн ҡараңғы, тимәгеҙсе,
Төндөң үҙ хозурлығы.
Төндә серле ишетелә
Йылғаларҙың ағышы.
Әйтерһең дә, теләк теләп
Тәсбих әйтеп ағышы.
Тик төндәрҙә күрәһең бит
Күктә йондоҙ нағышын,
Түңәрәкләнеп тулған
Нурлы айҙың балҡышын -
Әйтерһең дә, еткән ҡыҙҙың
Серленән-серле ҡарашы.
Иҫмәй ел дә, ахыры, йоҡлай,
Тынып ҡалған тирәктәр.
Төндәрҙә бит ҡауышалар
Өҙөлөп һөйгән йөрәктәр.
Йөрәктең һанаулы ҡағышы,
Күрсе төндөң үҙ балҡышы.
ҒҮМЕРЕМ КӨҘӨ
Ғүмерем шыҡһыҙ көҙҙә,Япраҡтары кибеп
Ҡойолған ҡайын кеүек.
Тик күңелем генә
Сәскә атҡан гөл кеүек.
Һалҡын елдәр ғәйбәт йыйып,
Тегеләй - былай иҫер инде.
Күңелемдә яуа яҙ ямғыры,
Умырзая ҡалҡа – иҫәр инде.
Ярһымайса, әкрен генә
Моң түгелә күңелемдән.
Наҙҙар көтә тәбиғәтем,
Нур тарала күҙҙәремдән.
Аяҡтарым әкрен генә
“Әпипә”гә баҫып йөрөй.
Ғүмер көҙөм иләҫ-миләҫ,
Һөйөү хисен көтөп йөрөй.
Серҙәш, тиеп серҙәремде
Һөйләгән инем һиңә,
Ә һин йөрәк серҙәремде
Һипкәнһең икән елгә...
Һип елдәргә, тип һис тә
Әйтмәгән инем һиңә.
Һыя алмаған икән шул
Серҙәрем йөрәгеңә.
Белһәм елгә һибереңде,
Һөйләр инем тик елгә.
Елдәр һинән тоғ(о)рораҡ
Булырҙар ине миңә.
Хәҙер елдәрҙән сүпләйем
Йөрәккәйем серҙәрен.
Бынан кире серҙәремде
Йоҙаҡлайым, бикләйем.
ТӨН
Төн ҡараңғы, тимәгеҙсе,
Төндөң үҙ хозурлығы.
Төндә серле ишетелә
Йылғаларҙың ағышы.
Әйтерһең дә, теләк теләп
Тәсбих әйтеп ағышы.
Тик төндәрҙә күрәһең бит
Күктә йондоҙ нағышын,
Түңәрәкләнеп тулған
Нурлы айҙың балҡышын -
Әйтерһең дә, еткән ҡыҙҙың
Серленән-серле ҡарашы.
Иҫмәй ел дә, ахыры, йоҡлай,
Тынып ҡалған тирәктәр.
Төндәрҙә бит ҡауышалар
Өҙөлөп һөйгән йөрәктәр.
Йөрәктең һанаулы ҡағышы,
Күрсе төндөң үҙ балҡышы.
ҒҮМЕРЕМ КӨҘӨ
Ғүмерем шыҡһыҙ көҙҙә,Япраҡтары кибеп
Ҡойолған ҡайын кеүек.
Тик күңелем генә
Сәскә атҡан гөл кеүек.
Һалҡын елдәр ғәйбәт йыйып,
Тегеләй - былай иҫер инде.
Күңелемдә яуа яҙ ямғыры,
Умырзая ҡалҡа – иҫәр инде.
Ярһымайса, әкрен генә
Моң түгелә күңелемдән.
Наҙҙар көтә тәбиғәтем,
Нур тарала күҙҙәремдән.
Аяҡтарым әкрен генә
“Әпипә”гә баҫып йөрөй.
Ғүмер көҙөм иләҫ-миләҫ,
Һөйөү хисен көтөп йөрөй.