Кадрия 
НИГАМАЕВА
БӘХЕТ НИМӘ?

Донъяға мин шат йылмайып бығам
Һәм күрһәтәм яҡты йөҙөмдө.
Бөгөн дә мин әйтә алам һымаҡ,
Бәхетлемен тигән һүҙемде.

Бәхет нимә? – тигән һорауға мин
Яуап бирәм һеҙгә шатланып:
Был донъяға килеп файҙа ҡылыу
Һәм тормошта йәшәү маҡталып.

Был донъяла йәшәү – үҙе бәхет, 
Ынйылары  уның юлында.
Итәғәтле булып йәшәй белһәң,
Бәхетең бит үҙең ҡулыңда.

ТЫНМА, ҠУРАЙ

Моң ағыла тирә-йүнгә,
Ҡурайымдың моңдары.
Тетерәнә киң ҡырҙары,
Алһыулана таңдары.

Көслө рухлы илаһи моң,
Нур һибелә ҡурайҙан.
Тәбиғәттең һәр миҙгеле
Йәнләнә моңдарынан.

Ҡурай, тынма, һуҙ көйөңдө,
Йырлайыҡсы, тынмайыҡ.
Моңдарыңдың ағышына
Хисләнеп тә туймайыҡ.

ЯНЫҢДАМЫН, ӘСӘЙ

Әсәй, һиңә хәбәр һөйләмәйем,
Һин аңлайһың мине һүҙһеҙ ҙә.
Берҙән-берһең беҙҙең өсөн, әсәй.
Был һүҙҙәрем тик саф күңелдән.

Рәхмәт һиңә яҡты донъям өсөн – 
Һинең алда, әсәй, баш эйәм.
Мәңге йәшә, таҙа, бәхетле бул –
Шул теләктә ҡыҙың – Ҡәҙриәң.

Йондоҙҙарҙай мәңге янып тор һин.
Имән кеүек ныҡ бул, ҡайырылма.
Боҙ ямғырҙар яуып торғанда ла
Яныңдамын, әсәй, ҡайғырма.