Гөлсинә
ЙОМАҒУЖИНА
ЙОМАҒУЖИНА
ТУҒАН ТЕЛЕМ
Туған телем – башҡорт теле,
Нурлы уның һәр бер өнө.
Күңел ҡылдарымды сирткән
Һәр бер һүҙе моңло көйлө.
Бишек йырҙарын көйләгән
Әсәкәйем бала саҡтан.
Һәр күҙәнәгемә һеңгән
Башҡорт рухы бар тарафтан.
Туған телем, һин тылсымсы,
Беҙҙе бай һәм бар итеүсе!
Рухи көс, дәрт, ҡеүәт биреп
Ҙур киңлектәргә илтеүсе.
Туған телебеҙҙе һаҡлау,
Кәмһетеүселәрҙән яҡлау –
Беҙҙең изге бурыстыр,
Аңлайыҡ, дуҫтар, шуны!
“Илем” тигән Салауатым,
“Телем” тигән үлмәҫ Рәми.
Яҡлап илде, һаҡлап телде,
Типкән улар йөрәге.
Башҡорт телем сәскә атһын,
Нурланһын һәм йәшәһен!
Ҡояш кеүек балҡыһын,
Йәшен кеүек йәшнәһен!
ОНОТМАЙЫҠ БАТЫРҘАРҘЫ
Үтте һуғыш, ҡалды һағыш,
Күпме илау, һыҡтау, алыш.
Фашист тигән яуыз дошман
Күҙ алдына баҫа һаман.
Ҡырҡ берҙең иртә таңында
Илебеҙгә туптар яуа.
Бомба шартлай, пулемет ата,
Йылға булып ҡандар аға.
Һалдаттар фронтҡа ашыға
Илебеҙҙе һаҡларға.
Яуыз дошман ҡулдарынан
Еребеҙҙе алырға.
Иле өсөн улар бер ҙә
Ғүмерен йәлләмәне.
Утҡа, һыуға инһәләр ҙә,
Һис кенә бирешмәне.
Эй, дуҫтар, онотмайыҡ
Яуҙа ҡалған батырҙарҙы!
Бер минут иҫкә алайыҡ
Тын ҡалып һалдаттарҙы.
Тыуған илдәр тыныс булһын,
Булмаһын оло яуҙар.
Баш эйәбеҙ хөрмәт менән
Бөгөн һеҙгә, яугирҙар!
Туған телем – башҡорт теле,
Нурлы уның һәр бер өнө.
Күңел ҡылдарымды сирткән
Һәр бер һүҙе моңло көйлө.
Бишек йырҙарын көйләгән
Әсәкәйем бала саҡтан.
Һәр күҙәнәгемә һеңгән
Башҡорт рухы бар тарафтан.
Туған телем, һин тылсымсы,
Беҙҙе бай һәм бар итеүсе!
Рухи көс, дәрт, ҡеүәт биреп
Ҙур киңлектәргә илтеүсе.
Туған телебеҙҙе һаҡлау,
Кәмһетеүселәрҙән яҡлау –
Беҙҙең изге бурыстыр,
Аңлайыҡ, дуҫтар, шуны!
“Илем” тигән Салауатым,
“Телем” тигән үлмәҫ Рәми.
Яҡлап илде, һаҡлап телде,
Типкән улар йөрәге.
Башҡорт телем сәскә атһын,
Нурланһын һәм йәшәһен!
Ҡояш кеүек балҡыһын,
Йәшен кеүек йәшнәһен!
ОНОТМАЙЫҠ БАТЫРҘАРҘЫ
Үтте һуғыш, ҡалды һағыш,
Күпме илау, һыҡтау, алыш.
Фашист тигән яуыз дошман
Күҙ алдына баҫа һаман.
Ҡырҡ берҙең иртә таңында
Илебеҙгә туптар яуа.
Бомба шартлай, пулемет ата,
Йылға булып ҡандар аға.
Һалдаттар фронтҡа ашыға
Илебеҙҙе һаҡларға.
Яуыз дошман ҡулдарынан
Еребеҙҙе алырға.
Иле өсөн улар бер ҙә
Ғүмерен йәлләмәне.
Утҡа, һыуға инһәләр ҙә,
Һис кенә бирешмәне.
Эй, дуҫтар, онотмайыҡ
Яуҙа ҡалған батырҙарҙы!
Бер минут иҫкә алайыҡ
Тын ҡалып һалдаттарҙы.
Тыуған илдәр тыныс булһын,
Булмаһын оло яуҙар.
Баш эйәбеҙ хөрмәт менән
Бөгөн һеҙгә, яугирҙар!