​Гөлназ 
ҠОТОЕВА
ҠАРҘАР ЯУА 

Ҡарҙар яуа,Ап- аҡ ҡарҙар...
Шул сафлыҡтан иҙрәй Ерем.
Тау- урмандар,
Ялан- ҡырҙар
Был ваҡытта итә серем.

Ҡушымта;
Һинең серең.
Минең серем.
Күңелдәрҙә- хис бураны.
Ҡасып ҡалыр әмәлем юҡ,
Аҡ донъяны мең ураным...

Мин юраным Еребеҙгә
Татлы төштәр,
Яҡты хыял.
Ғәмлелергә ҡот бир, ҡышым,
Ғәмһеҙенә яҡты уй һал!

АПАЙЫМА

Бер ағастың һутын эсеп үҫтек,
Бер ҡоштоң беҙ ике ҡанаты.
Һөйөклөм һин,
Минең апайғынам,
Ҡанымдалыр һине яратыу!

Бер ағастың ике емеше беҙ, -
Бер ҡояштың ике ярсығы.
Һөйөклөм һин,
Апайғынам, һине
Күрмәһәм дә китәм талсығып...

Бер үк күктең ике йондоҙо беҙ,
Ике томбойоғо бер күлдең.
Һөйөклөм һин,
Минең апайғынам,
Һин елкәне минең күңелдең.
Тағы бына, һине күреү менән,
Шатлыҡ нурҙарына күмелдем!
Һөйөклөм һин,
Яратҡан апайым,
Һин елкәне минең күңелдең!

ҠЫПСАҠ ҠЫҘЫ

Тояғынан осҡон сәсеп саба,
Ярһыуынан атым оса ғына.
Донъя серен йыйған,
Бөтә ғаләм һыйған
Сал даламдың ҡайнар ҡосағына.

Ил-көнөн яҡлап,
Намыҫын һаҡлап,
Атыла уҡтай,
Артыла уттай 
Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары —
Атҡа атлана.
Аямай йәнен,
Утҡа ташлана. 

Ергә биҙәк булып йәшәгәнгә
Донъя ҡәҙерҙәре арта икән.
Ҡоштай талпынырға,
Уҡтай атылырға
Ҡыпсаҡ ҡаны үҙе  тарта икән.

Беҙ ҡабыҙған усаҡ яҡтыһынан
Йондоҙ нуры арта, Сулпан ҡалҡа.
Айҙай тулып балҡып,
Ҡояш кеүек ҡалҡып,
Ҡыпсаҡ ҡыҙы илен данлап ҡайта.

Ил-көнөн яҡлап,
Намыҫын һаҡлап,
Атыла уҡтай,
Артыла уттай 
Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары —
Атҡа атлана.
Аямай йәнен,
Утҡа ташлана.