Гөлназ
ҒАЯНОВА
ҒАЯНОВА
ӘСӘЙЕМӘ
Йомшаҡ ҡына һыйпай сәстәремдән
Әсәйемдең наҙлы ҡулдары.
Күпме ауырлыҡтар күргән әсәй
Үткән саҡта тормош юлдарын.
Төн йоҡоларынан яҙҙың, беләм,
Үҫтергәндә беҙҙе ҡәҙерләп.
Бөтәбеҙгә етер сабырлыҡты
Ҡайҙан алдың, әсәй, әҙ-әҙләп?
Тәрбиәләп кеше иттең беҙҙе,
Һәм оҙаттың алыҫ юлдарға.
Бөтәбеҙгә етер бүлеп бирҙең
Һөйөүеңде һалып йырҙарға.
Ғүмер һуҡмағынан атлағанда
Аңланым мин һинең хистәрҙе —
Сабыр холҡоң, сикһеҙ һөйөүеңдең
Беҙҙең өсөн генә икәнен.
Аңланым мин, әсәй, сөнки бөгөн
Әсә кешемен бит үҙем дә.
Үткәндәге борсоуҙарым өсөн
Алдарыңа килеп теҙләнәм.
Маңлайыңа һырҙар ятты һинең,
Сәстәреңә төштө көмөш тә.
Кисерә күр берүк беҙҙе, әсәй,
Улар бары беҙҙең өлөштән.
Маяҡ беҙгә һинең кәңәштәрең,
Һәр бер һүҙең беҙгә — ҙур терәк.
Тормош һынауҙарын үтер өсөн
Һин кәрәкһең беҙгә, бик кәрәк!
ТЫУҒАН АУЫЛЫМ
Һаумы, ауылым! Бына ҡайттым әле
Хәлдәреңде белеп китергә,
Урамдарҙан ялан аяҡ йүгереп,
Бала саҡ йомғағын һүтергә.
Тыуған ауылым, бер үк үпкәләмә,
“Оноттом, — тип, — ҡасан ҡайтҡаның”.
Һис бер ҡасан күҙ алдымдан китмәҫ,
Нисек һиндә таңдар атҡаны.
Һиндә генә йәнем тыныслана,
Һандуғас та һайрай моңлораҡ.
(Әллә миңә шулай тойоламы?)
Ҡояш та бит бында нурлыраҡ.
Ауыл уртаһында күле йәйрәй,
Ә һыуының күпме шифаһы!
Йәнгә сихәт, тәнгә ҡеүәт өҫтәй
Ер аҫтынан сыҡҡан шишмәһе.
Йөрәгемә яҡын һәр бер кеше —
Күңелдәре аҡ бит уларҙың.
Кәңәштәрен бирер ҡарттарымды
Ғүмер юлдарымда ҙурлармын.
...Йүгереп үттем ауыл урамдарын
Ғәмһеҙ саҡты иҫкә төшөрөп.
Һиндә генә һулыштарым иркен,
Һин ҡәҙерле алтын-көмөштән!
Күкрәгемдә йөрәк типкән саҡта
Мин ташламам һине — һүҙ бирәм.
“Онотма”, — тип әйтте һымаҡ ауылым,
Һәм йәш тамды минең күҙҙәрҙән...
Йомшаҡ ҡына һыйпай сәстәремдән
Әсәйемдең наҙлы ҡулдары.
Күпме ауырлыҡтар күргән әсәй
Үткән саҡта тормош юлдарын.
Төн йоҡоларынан яҙҙың, беләм,
Үҫтергәндә беҙҙе ҡәҙерләп.
Бөтәбеҙгә етер сабырлыҡты
Ҡайҙан алдың, әсәй, әҙ-әҙләп?
Тәрбиәләп кеше иттең беҙҙе,
Һәм оҙаттың алыҫ юлдарға.
Бөтәбеҙгә етер бүлеп бирҙең
Һөйөүеңде һалып йырҙарға.
Ғүмер һуҡмағынан атлағанда
Аңланым мин һинең хистәрҙе —
Сабыр холҡоң, сикһеҙ һөйөүеңдең
Беҙҙең өсөн генә икәнен.
Аңланым мин, әсәй, сөнки бөгөн
Әсә кешемен бит үҙем дә.
Үткәндәге борсоуҙарым өсөн
Алдарыңа килеп теҙләнәм.
Маңлайыңа һырҙар ятты һинең,
Сәстәреңә төштө көмөш тә.
Кисерә күр берүк беҙҙе, әсәй,
Улар бары беҙҙең өлөштән.
Маяҡ беҙгә һинең кәңәштәрең,
Һәр бер һүҙең беҙгә — ҙур терәк.
Тормош һынауҙарын үтер өсөн
Һин кәрәкһең беҙгә, бик кәрәк!
ТЫУҒАН АУЫЛЫМ
Һаумы, ауылым! Бына ҡайттым әле
Хәлдәреңде белеп китергә,
Урамдарҙан ялан аяҡ йүгереп,
Бала саҡ йомғағын һүтергә.
Тыуған ауылым, бер үк үпкәләмә,
“Оноттом, — тип, — ҡасан ҡайтҡаның”.
Һис бер ҡасан күҙ алдымдан китмәҫ,
Нисек һиндә таңдар атҡаны.
Һиндә генә йәнем тыныслана,
Һандуғас та һайрай моңлораҡ.
(Әллә миңә шулай тойоламы?)
Ҡояш та бит бында нурлыраҡ.
Ауыл уртаһында күле йәйрәй,
Ә һыуының күпме шифаһы!
Йәнгә сихәт, тәнгә ҡеүәт өҫтәй
Ер аҫтынан сыҡҡан шишмәһе.
Йөрәгемә яҡын һәр бер кеше —
Күңелдәре аҡ бит уларҙың.
Кәңәштәрен бирер ҡарттарымды
Ғүмер юлдарымда ҙурлармын.
...Йүгереп үттем ауыл урамдарын
Ғәмһеҙ саҡты иҫкә төшөрөп.
Һиндә генә һулыштарым иркен,
Һин ҡәҙерле алтын-көмөштән!
Күкрәгемдә йөрәк типкән саҡта
Мин ташламам һине — һүҙ бирәм.
“Онотма”, — тип әйтте һымаҡ ауылым,
Һәм йәш тамды минең күҙҙәрҙән...