Гөлмирә
БИКБУЛАТОВА (ҠАРАБАЕВА)
БИКБУЛАТОВА (ҠАРАБАЕВА)
РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ӘСӘЙ!
Йөрәгеңдең кескәй бер өлөшө
Һәммәбеҙгә бүлеп бирелгән.
Һәр иртәлә күҙем асыу менән
Һиңә ҡайтам, әсәй, күңелдән.
Фатихаңды, күңел наҙҙарыңды,
Тик йылыңды тоям, әсәйем.
Хәстәрлегең һаҡлай бәләләрҙән,
Һинән илһам алып йәшәйем.
Рәхмәт,әсәй, бүләк иттең миңә
Яҡты донъя, көндөң көләсен.
Үҙем әсәй бөгөн, йөрәгемде
Улдарыма бирҙем өләшеп.
Ярһып күтәрелһә ел-дауылдар,
Һин һаман да ҡаршы бараһың.
Алдарыңа ятһа һикәлтәләр,
Ғорур баҫып, юлдар яраһың.
Көс-ҡеүәтең ташламаһын һине,
Фәрештәләр юлдаш булһындар.
Һаулығыңды, ғүмереңде юрап
Изгелектәр урап ҡайтһындар.
ТАШЛАЙ КҮРМӘ
Һиҙгерлегем, ташлап китә күрмә,
Булмышымдың ярты байлығы.
Уйҙарымдан уйылып киткәндә лә,
Ҡалдырмаҫын һиҙәм яңғыҙым.
Тәҡәттәрем тамам ҡороғанда
Тотанаҡлы минең һиҙгерлек.
Уйындарҙан уймаҡ сыҡҡанда ла,
Сабырлығым донъя гиҙерлек.
Зиһендәрем әгәр томаланһа
Яҙмыш болоттары ҡуйырып,
Ярһыуымдың тәртәләрен алып,
Үҙ яйына ҡуям туғарып.
Һиҙгерлегем, ташлап китә күрмә -
Артылаһы үрҙәр бөтмәгән.
Мәрхәмәтле булсы, үҙ яҙмышым,
Ғүмер көҙөм әле етмәгән.
АСЫЛДЫ БӨРӨЛӘР
Күмелде йәшлегем яҙҙары
Ялҡынлы мөхәббәт сазына.
Әйтерһең парлашып аҡҡоштар
Күңелдә ҡанатын ҡағына.
Ҡушымта:
Асылды бөрөләр
Йәшлектә яҙ булғас.
Өр-яңы йыр һуҙҙы
Таңдарҙа һандуғас.
Иҫереп һөйөүем наҙынан
Йыһанды иңләйем, шатлыҡтан.
Хистәрем тулыша, моңлана,
Күҙҙәрем ҡамаша сафлыҡтан.
Йондоҙҙар юл һыҙып әйткәндәй,
Һуҡмаҡтан тайпылмай үтегеҙ.
Ғүмерҙең йомғағын бутамай,
Бергәләп, өҙмәйсә һүтегеҙ.
Йөрәгеңдең кескәй бер өлөшө
Һәммәбеҙгә бүлеп бирелгән.
Һәр иртәлә күҙем асыу менән
Һиңә ҡайтам, әсәй, күңелдән.
Фатихаңды, күңел наҙҙарыңды,
Тик йылыңды тоям, әсәйем.
Хәстәрлегең һаҡлай бәләләрҙән,
Һинән илһам алып йәшәйем.
Рәхмәт,әсәй, бүләк иттең миңә
Яҡты донъя, көндөң көләсен.
Үҙем әсәй бөгөн, йөрәгемде
Улдарыма бирҙем өләшеп.
Ярһып күтәрелһә ел-дауылдар,
Һин һаман да ҡаршы бараһың.
Алдарыңа ятһа һикәлтәләр,
Ғорур баҫып, юлдар яраһың.
Көс-ҡеүәтең ташламаһын һине,
Фәрештәләр юлдаш булһындар.
Һаулығыңды, ғүмереңде юрап
Изгелектәр урап ҡайтһындар.
ТАШЛАЙ КҮРМӘ
Һиҙгерлегем, ташлап китә күрмә,
Булмышымдың ярты байлығы.
Уйҙарымдан уйылып киткәндә лә,
Ҡалдырмаҫын һиҙәм яңғыҙым.
Тәҡәттәрем тамам ҡороғанда
Тотанаҡлы минең һиҙгерлек.
Уйындарҙан уймаҡ сыҡҡанда ла,
Сабырлығым донъя гиҙерлек.
Зиһендәрем әгәр томаланһа
Яҙмыш болоттары ҡуйырып,
Ярһыуымдың тәртәләрен алып,
Үҙ яйына ҡуям туғарып.
Һиҙгерлегем, ташлап китә күрмә -
Артылаһы үрҙәр бөтмәгән.
Мәрхәмәтле булсы, үҙ яҙмышым,
Ғүмер көҙөм әле етмәгән.
АСЫЛДЫ БӨРӨЛӘР
Күмелде йәшлегем яҙҙары
Ялҡынлы мөхәббәт сазына.
Әйтерһең парлашып аҡҡоштар
Күңелдә ҡанатын ҡағына.
Ҡушымта:
Асылды бөрөләр
Йәшлектә яҙ булғас.
Өр-яңы йыр һуҙҙы
Таңдарҙа һандуғас.
Иҫереп һөйөүем наҙынан
Йыһанды иңләйем, шатлыҡтан.
Хистәрем тулыша, моңлана,
Күҙҙәрем ҡамаша сафлыҡтан.
Йондоҙҙар юл һыҙып әйткәндәй,
Һуҡмаҡтан тайпылмай үтегеҙ.
Ғүмерҙең йомғағын бутамай,
Бергәләп, өҙмәйсә һүтегеҙ.