Фәһимә 
АБДРАФИКОВА
ОҘАТЫУ
Яңғыҙ үҫтергән
өс улын ана.
Ниндәй оло шатлыҡ,
Бәхетле ана.
Төпсөк улын ул
Хеҙмәткә оҙата.
Уйлана ана,
Күңеле төбөндә
Шатлығы аша
Моңһоулыҡ ята.
Шатлана ана,
Сөнки улының
Хеҙмәткә һаулығы барға.
Уйлана ана,
Донъялар тыныс
Булмағанға ла.
Һау-сәләмәт булып,
Бурысың үтәп,
Ҡайт беҙҙең янға.

ИЗГЕ ҒӘМӘЛДӘР БИҘӘЙ
Ете тажлы ҡырлы ҡурай
Халҡымдың ғорурлығы.
Татлы балы донъя кимәлендә
Хайрандар ҡалмаҫһыңмы?!
Башҡортомдоң милли кейемен
Нурлы тәңкәләр биҙәй.
Халҡымдың йомарт күңелен
Изге ғәмәлдәр биләй.
Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы
Һаҡлау изге ғәмәл.
Беҙ данлыҡлы шулар менән,
Һоҡланһын барса ғәләм!

АУЫЛЫМДА ТАҢ АТА
Таң алдынан Әрәмәлә
Өҙҙөрөп тә һайрай һандуғас.
Сәләмләй ул ауылымды
Таң йондоҙо ҡабынғас.
Һандуғастың моңон хуплап,
Көйгә ҡушыла әтәс.
Әйтерһең, ул иҫкәртә
Ауылымдың алһыу таңын
Күрмәй ҡалма уянғас.
Иртә таңда ауылымда
Бар тауыштар ҡушыла:
Көтөү үтә Бишул туғайына,
Йылҡы кешнәй ауыл яңғыратып.
Тракторсы егет ҡырға сыға,
Тимер атын ғорур уйнатып.
Ә, мин тыңлап торам
Ошо тауыштарҙы,
Оҡшатып бер серенадаға.
Бына ниндәй хозур донъя,
Ауылымда таң ата.
Мин бәхетле: ошо тауыштарға
Минең дә бит йырым ҡушыла.