Динә 
МУЛКАМАНОВА
ТӘҢКӘ ҠАРҘАР

 Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа,
Сафлана бара һауа.
Ҡарҙар яуа әйлән-бәйлән,
Ергә яуа сәйлән-сәйлән.

Ҡушымта.  
Әйлән-бәйлән уйнай ҡарҙар,
Табышҡандар яңы йәрҙәр.
Тәңкә-тәңкә ҡар аҫтында 
Әйләнәләр яңы парҙар.

Шаян елдәр аҡ ҡарҙарҙы
Ҡайындарға һипкәләй.
Ап-аҡ ҡарҙар йомшаҡ шәл булып,
Ҡайындарҙы иркәләй.

Тәңкә ҡарҙар емелдәшеп,
Нурҙар һибә һауаға.
Гүйә, ынйы бөртөктәре
Һибелгәндәр далаға.

БАЛАЛАРЫМ - БӘҒЕРҘӘРЕМ

Балаларым-бәғерҙәрем,
Йөрәгем емештәре.
Һеҙ барында кәрәк түгел
Алтыны, көмөштәре.

Балаларым-бәғерҙәрем, 
Һеҙ минең бәпкәләрем,
Тормошомдо биҙәнегеҙ,
Йәшлегем сәскәләре.

Балаларым-бәғерҙәрем,
Йөрәгем тибештәре.
Хоҙай миңә бүләк иткән,
Өлөшөм-көмөштәре.

Кәрәк түгел байлыҡтары
Балаларым барында.
Шатлыҡ була икән ҡартлыҡ
Балалар ҡосағында.

Балаларым- күҙ алмам,
Һеҙҙе күрмәй түҙалмам.
Балаларым-байлыҡтарым,
Һеҙҙән башҡа торалмам.