Әдилә
ҒӘЗИЗОВА
ҒӘЗИЗОВА
ОЛАТАЙ
Күңелемдең иң түрендә
Урын алды олатайым.
Уның менән бәйле хисте
Иң ҡәҙерле тип һанайым.
Миңә әйткән һәр бер һүҙең
Ҡолағымда сыңлай һаман.
Һинең янда булдым һәр саҡ
Шат күңелле ғәмһеҙ бала.
Эй шәп йырлай инең үҙең,
Көслө итеп, дәртле итеп.
Ошо йырҙар һаман сыңлай
Күңелемдә хисле итеп.
Баштарымды һыйпағанда
Бар ҡайғымды һыпырып алдың.
Ҡайтҡан саҡта һағышланып,
Моңһоу ғына тороп ҡалдың.
Ғүмер тигәндәре тиҙ үтә,
Артта ҡала һәр бер көнө, төнө.
Ваҡыт үткән һайын тағы нығыраҡ
Һағынамын, олатайым, һине.
ЙӨЙӘК
Донъяла меңләгән ауыл булһа ла,
Минең ауылым иң гүзәле, иң яҡыны.
Юҡтыр уға тиң булған башҡа урын,
Сөнки ул берҙән-бер ҡабатланмаҫ урын.
Тауҙар ҡосағында Йөйәгем,
Шаулап, сылтырап аҡҡан Инйәрем.
Ҡая ташлы, ғорур Өкө тауым,
Һеҙ тип тибә минең йөрәгем.
Балҡып тора бөйөк, бейек Аҡтау,
Һәр береһе әйтә һиңә маҡтау.
Һиндә емеш-еләк донъяһы,
Һиндә- хайуан, кейек ояһы.
Һәр ер үҙенсә матур. Килешәмен.
Тик тыуған яҡ бигерәк ҡәҙерле.
Ситтә йөрөгәндә, ҡоштай осоп,
Һағынып ҡайтам ғәзиз еремде.
Күңелемдең иң түрендә
Урын алды олатайым.
Уның менән бәйле хисте
Иң ҡәҙерле тип һанайым.
Миңә әйткән һәр бер һүҙең
Ҡолағымда сыңлай һаман.
Һинең янда булдым һәр саҡ
Шат күңелле ғәмһеҙ бала.
Эй шәп йырлай инең үҙең,
Көслө итеп, дәртле итеп.
Ошо йырҙар һаман сыңлай
Күңелемдә хисле итеп.
Баштарымды һыйпағанда
Бар ҡайғымды һыпырып алдың.
Ҡайтҡан саҡта һағышланып,
Моңһоу ғына тороп ҡалдың.
Ғүмер тигәндәре тиҙ үтә,
Артта ҡала һәр бер көнө, төнө.
Ваҡыт үткән һайын тағы нығыраҡ
Һағынамын, олатайым, һине.
ЙӨЙӘК
Донъяла меңләгән ауыл булһа ла,
Минең ауылым иң гүзәле, иң яҡыны.
Юҡтыр уға тиң булған башҡа урын,
Сөнки ул берҙән-бер ҡабатланмаҫ урын.
Тауҙар ҡосағында Йөйәгем,
Шаулап, сылтырап аҡҡан Инйәрем.
Ҡая ташлы, ғорур Өкө тауым,
Һеҙ тип тибә минең йөрәгем.
Балҡып тора бөйөк, бейек Аҡтау,
Һәр береһе әйтә һиңә маҡтау.
Һиндә емеш-еләк донъяһы,
Һиндә- хайуан, кейек ояһы.
Һәр ер үҙенсә матур. Килешәмен.
Тик тыуған яҡ бигерәк ҡәҙерле.
Ситтә йөрөгәндә, ҡоштай осоп,
Һағынып ҡайтам ғәзиз еремде.