Cәкинә
ТОТМАНОВА
ТОТМАНОВА
КӨҘҘӘР ЕТКӘНЛЕГЕН АҢЛАМАЙ
Тағы яҙҙар етә...
Күңел һаман көтә.
Кемде көтә, кемде һағына?
Инде йәш тә үтә,
Сәсте ҡырау өтә -
Ғүмер ауҙы эңер яғына...
Яҙҙар еткән һайын
Минең үткәндәрем
Сағыуыраҡ төҫкә төрөнә.
Үткән яҙҙарымдан
Тәүге һөйгән йәрем
Кире ҡайтыр кеүек күренә.
Яҙҙар ҡабатланмаҫ,
Хистәр ҡанатланмаҫ...
Ләкин йөрәк мине һанламай.
Белә ярһыуҙарын,
Көтөп ҡар һыуҙарын,
Көҙҙәр еткәнлеген аңламай...
БУРАН ЙЫРЫН ТЫҢЛАП
Буран йырын тыңлап ҡырҙар йоҡлай,
Ябынғандар мамыҡ юрғандар,
Аҡ шәлдәрен һалып иңдәренә,
Ҡарағайҙар һаҡҡа торғандар...
Болоттарҙы ярып, ай ярсығы
Ошо хәлде күктән күҙәтә...
Ҡарағайҙар ойомаһын, тиеп
Һүрән генә утын йүнәлтә...
Буран йырын тыңлап йоҡлай юлдар...
Юлсыларға был төн юлдар юҡ...
Ай яҡтыһы төшкән болан эҙен
Буран күмеп ҡуйҙы шунда уҡ...
Буран йырын тыңлап йоҡлай ауыл...
Аҡ бүректәр кейгән йорттары...
Болоттарҙы ярып, ай ярсығы
Тәҙрәләргә төбәй уттарын...
Тик мин генә, буран йырын тыңлап,
Төрлө хистәр менән ут янам.
Йөрәгемә илһам нурын өҫтәп
Ай ярсығы ҡойған нурҙарҙан...
Тағы яҙҙар етә...
Күңел һаман көтә.
Кемде көтә, кемде һағына?
Инде йәш тә үтә,
Сәсте ҡырау өтә -
Ғүмер ауҙы эңер яғына...
Яҙҙар еткән һайын
Минең үткәндәрем
Сағыуыраҡ төҫкә төрөнә.
Үткән яҙҙарымдан
Тәүге һөйгән йәрем
Кире ҡайтыр кеүек күренә.
Яҙҙар ҡабатланмаҫ,
Хистәр ҡанатланмаҫ...
Ләкин йөрәк мине һанламай.
Белә ярһыуҙарын,
Көтөп ҡар һыуҙарын,
Көҙҙәр еткәнлеген аңламай...
БУРАН ЙЫРЫН ТЫҢЛАП
Буран йырын тыңлап ҡырҙар йоҡлай,
Ябынғандар мамыҡ юрғандар,
Аҡ шәлдәрен һалып иңдәренә,
Ҡарағайҙар һаҡҡа торғандар...
Болоттарҙы ярып, ай ярсығы
Ошо хәлде күктән күҙәтә...
Ҡарағайҙар ойомаһын, тиеп
Һүрән генә утын йүнәлтә...
Буран йырын тыңлап йоҡлай юлдар...
Юлсыларға был төн юлдар юҡ...
Ай яҡтыһы төшкән болан эҙен
Буран күмеп ҡуйҙы шунда уҡ...
Буран йырын тыңлап йоҡлай ауыл...
Аҡ бүректәр кейгән йорттары...
Болоттарҙы ярып, ай ярсығы
Тәҙрәләргә төбәй уттарын...
Тик мин генә, буран йырын тыңлап,
Төрлө хистәр менән ут янам.
Йөрәгемә илһам нурын өҫтәп
Ай ярсығы ҡойған нурҙарҙан...