Айгөл 
НИЗАМЕТДИНОВА
БУЛЫРБЫҘ ТЕРӘК

Әсәйем, әсәкәйем,
Матурым, аҫылҡайым.
Тәмле-тәмле аштарыңды,
Ашайым һәр көн һайын.
Көн дә иртән мәктәпкә,
Оҙатаһың һөйөп кенә.
«4» һәм «5» билдәләре
«Алып ҡайт!”-тиеп кенә.
Таҙалыҡ, һаулыҡ, бәхет,
Беҙҙән һиңә ҙур теләк.
Улың, ҡыҙың киләсәктә,
Булыр үҙеңә терәк.

ӨЛӘСӘЙ

Өләсәйем йөн иләй,
Ҡулына орсоҡ тотоп.
Ҡулдарына күҙ эйәрмәй,
Ултырам иҫем китеп.
Ойоҡбаш, бейәләйҙәр,
Бәйләй ул гелән.
Миңә өйрәтә үҙе:
«Балам», - ти, «өйрән».
Хәҙер инде мин, 
Бәйләргә лә өйрәндем.
«Апай, апай – өйрәт » - тиеп,
Арттан йүгерә һеңлем.
«Ҙур үҫеп, олоғайғас,
Мин һине өйрәтермен,
Ә хәҙергә ҡаңғыртмасы,
Китеп тор», - тинем.