Алия
ҠАСИМОВА
ҠАСИМОВА
БЕРҘӘМЛЕК КӨНӨ
Тапҡан әсә түгел, баҡҡан - әсә.
Рәсәй оҡшаш шундай әсәйгә.
Урыҫ менән башҡорт ғүмер баҡый
Бер туғандар булып йәшәйҙәр.
Ауыр мәлдәр кисергәндә халҡым,
Ярҙам ҡулдарыңды һуҙғанһың;
Йәшәү мәғәнәһе татыулыҡта,
Берҙәмлектә- шуны тойғанһың.
Тапҡан әсә түгел, баҡҡан-әсә,
Тик тыныслыҡ булһын арала.
Тик үҙ-ара хөрмәт тойғоһонан,
Мөхәбәттән йәшәү ярала.
Тапҡан әсә түгел, баҡҡан - әсә.
Рәсәй оҡшаш шундай әсәйгә.
Урыҫ менән башҡорт ғүмер баҡый
Бер туғандар булып йәшәйҙәр.
Ауыр мәлдәр кисергәндә халҡым,
Ярҙам ҡулдарыңды һуҙғанһың;
Йәшәү мәғәнәһе татыулыҡта,
Берҙәмлектә- шуны тойғанһың.
Тапҡан әсә түгел, баҡҡан-әсә,
Тик тыныслыҡ булһын арала.
Тик үҙ-ара хөрмәт тойғоһонан,
Мөхәбәттән йәшәү ярала.